Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжында көрәш буйынса ҡала беренселеге үтте. Өҫтәрәк яҙылған тәьҫораттар нәҡ ошо саранан. Турнир Республика һәм Рәсәй кимәлендә үткән ярыштарға башланғыс булып тора, ул ғына ла түгел, яңы исемдәр, яңы таланттар асыла. Шуныһы ҡыуаныслы, ҡала кимәлендә ойошторолған бындай ярыштар бер нисә йылға туҡталып торғайны, хәҙер ул йәнә тергеҙелә башланы (хәйер, хәҙер бөтә республикала көрәшкә иғтибар арта). Ярышҡа теләп килеүселәр ҙә байтаҡ, барыһы 12 команда составында 56 спортсы ҡатнашты. Ҡала турниры булһа ла ишембайҙар ҙа, нефть колледжы командаһы булараҡ, был хәрәкәткә ҡушылды һәм бер ҙә үкенмәгәндәрҙер.
Келәмгә әйләнеп ҡайтҡанда, көс менән генә хәл итә торған спорт төрө түгел шул, үҙеңдең билеңде шығырҙа-тып ҡыҫып алһалар, бирешмәһәң бер, ә ҡаршылағы спортсыны күтәреп ташлар өсөн дә ниндәй һығылмалылыҡ кәрәк! Бер юлы бер нисә һәләттәрҙе берләштергән спорт төрө ярыштарын ҡарап ултырғанда шундай һығымтаға киләһең.
Еңеүселәргә лә күҙ һалайыҡ, улар төрлө уҡыу йорттарынан килгән командалар, әлбиттә. 2002 йылғылар һәм өлкәнерәктәр категорияһында беренсе урын – майҙан хужалары – Стәрлетамаҡ физик культура, идара һәм сервис колледжы студенттарында, уларҙан бер аҙға ҡалышып, Стәрлетамаҡ химия-технология колледжы икенсе урын яуланы, ә өсөнсө урында – Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледж егеттәре. 2003-2005 йылғылар араһында «Надежда» балалар менән мәктәптән тыш эш алып барыу үҙәге – беренсе, Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия – икенсе һәм 35-се мәктәп өсөнсө булды.
Ярыштар тамам, әммә сараның сәме, мәғәнәһе бөтмәгән әле. Бер-береһенә ҡаршы сыҡҡан спортсылар, ярышта алған тьҫораттар менән бүлешә-бүлешә ҡайтырға сыҡҡан көрәшселәр эргәнән йәнә дәрт өҫтәп, өмөттәр сәсрәтеп үтә. Тимәк, артабанғы ҙур еңеүҙәр алда әле. Еңеү өсөн көрәшселәр бар, шарттар ҙа нығына.