Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте ҡатнашлығында ҡа-ланың махсус тәғәйенләнешле ғәскәрҙәр ветеранда-ры ассоциацияһы «Сыбар береттар берләшмәһе», «Витязь» алышсылар клубы ойошторған сара төрлө өлкә спортсыларын йыйҙы. Пенза, Һамар, Һарытау, Киров, Ульяновск, Түбәнге Новгород өлкәләре, Башҡортостан, Татарстан, Марий Эл, Мордва республикаларынан һәм Пермь крайынан барлығы 320 панкратион оҫтаһы килде.
Әлбиттә, панкратион еңел спорт төрҙәренән һа-налмай. Турнир, әйтерһең дә, батырҙарыбыҙҙы һүрәтләп торғандай. Улар ҙа бит ауыр осраҡтарҙа юғалып ҡалмай, алдарына ҡуйылған бурысты батырҙарса үтәй, үҙҙәренең ғүмерен үлем ҡурҡынысы аҫтына ҡуйып булһа ла...
Был спорт төрө менән Стәрлетамаҡта ла шөғөлләнеүселәр күп. «Батыр» клубын ғына алайыҡ, ундай донъя чемпиондары ла бар. Өфө ҡалаһы менән бер рәттән, келәмгә беҙҙең спортсылар ҙа сыҡты һәм еңеүгә өлгәште. Әйткәндәй, Башҡортостан спортсылары шәхси беренселектә лә, командалар араһында ла турнир еңеүселәре булды. Командалар буйынса Татарстан – икенсе, Түбәнге Новгород өлкәһе вәкилдәре өсөнсө булды, шәхси беренселектә Һамар һәм Пермь спортсылары яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яуланы.