Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Март 2019, 17:53

Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындарының бюджеты 167 миллион һумдан ашыу тәшкил итте

9-14 июлдә Өфө 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итә. Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, баш ҡалаға 31 илдең 75 ҡалаһынан 1228 спортсы килә.

«Был ярыштарҙың үҙенсәлеге шунда: унда илдәр түгел, ә ҡалалар йыйылмаһы ҡатнаша, — тип билдәләне министр республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә. — Уйындарға 9 олимпия спорт төрө күрһәтелгән. Сараны асыу тантанаһы «Уфа-Арены» майҙансығында уҙа.
Халыҡ-ара балалар уйындарының бюджеты 167 миллион 200 мең һум (2 миллион 200 меңе — Өфө бюджеты, 150 миллионы — «Газпром» йәмғиәте, 15 миллионы — Рәсәйҙең спорт министрлығы) тәшкил итте.
Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы башлығы билдәләүенсә, Ҡамышлы урамындағы яңы Спорт әҙерлеге үҙәген Халыҡ-ара балалар уйындары алдынан һынап ҡарайҙар. Унда 2019 йылдың июнендә еңел атлетика, фехтование, йөҙөү һәм грек-рим көрәше буйынса төбәк ярыштары ойошторола.
http://www.bashinform.ru/news/1285916-byudzhet-mezhdunarodnykh-detskikh-igr-v-ufe-sostavil-bolee-167-mln-rubley/
Читайте нас: