Һуңғы уйында яҡташтарыбыҙҙан шайбаларҙы Теему Хартикайнен, Владимир Ткачев, Линус Умарк һәм Йоонас Кемппайнен индерҙе. Шулай итеп республиканың төп хоккей командаһы Гагарин кубогының артабанғы этабында Омскиҙың "Авангард"ы менән осраша. Улар шулай уҡ бөгөн Ҡаҙастандың "Барыҫ" клубын серияла 4-1 иҫәбе менән ҡыйратты.