Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Апрель 2019, 15:11

«Салауат Юлаев» серияға кире әйләнеп ҡайтты һәм Көнсығыш финалының өсөнсө уйынында «Авангард»ты еңде

«Юлаевсылар» Өфөгә ҡайтты һәм үҙ майҙанының көсөн тойҙо. Континенталь хоккей лигаһы көнсығыш конференцияһы финалының өсөнсө уйыны башланғас та боҙ хужаларының үҙҙәрен ышаныслы тотоуы күренде. Быны улар таблолағы иҫәп менән дә раҫланы. Тәүге 20 минутта Артем Сергеев, Йонас Кемпайнен һәм Теему Хартикайнен «Авангард» ҡапҡаһына өс шайба индерҙе.
Ҡунаҡтар икенсе осорҙоң аҙағында ғына яуап бирә алды — 3:1.
Ике минутта «Авангард»тың тренерҙар штабы голкипер Иван Налимовты алтынсы уйынсыға алмаштырҙы. Ләкин файҙаһы булманы: буш ҡапҡаға тағы бер шайба инеп ятты — 4:1. Бының менән голдар бөтмәне. Бишенсеһен Петр Хохряков индерҙе. Шулай итеп, серияла иҫәп — 1:2. Киләһе уйын Өфөлә 4 апрелдә уҙа.
http://www.bashinform.ru/news/1292365-salavat-yulaev-vernulsya-v-seriyu-i-odolel-avangard-v-tretem-matche-finala-vostoka/
Читайте нас: