Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Апрель 2019, 14:10

«Өфө» тарихта тәүге тапҡыр «Ростов»ты еңде һәм Рәсәй Премьер-лигаһында еңеү мәрәйҙәре йыйҙы

Рәсәй Премьер-лигаһының 22-се туры уйынына «Өфө»нөң баш тренеры «Ростов»ҡа ҡаршы башлыса тәрән запастағы уйынсыларын сығарҙы. Майҙанда Никитин, Безденежных һәм Ванек, ә осрашыуҙың тәүге минуттарында үҙәктә Ловро Бизяк күренде. Был схема Башҡортостан командаһына бик уңай булды: беренсе таймдың уртаһында Боян Йокич Игбунға башы менән тупты уңышлы тапшырҙы, уныһы ҡунаҡтарҙың ҡаршылығын үтеп, ағымдағы чемпионатта алтынсы голды индерҙе — 1:0.


Тәүге тәнәфестән һуң «Нефтсе» стадионы (уйынды ҡарарға 10 меңгә яҡын көйәрмән килгәйне) дәғүәселәрҙең тренерҙарынан алмаштырыуҙарҙы күҙәтә башланы. «Өфө» составында Ванекты — Пауревич, Бизякты —Вомбергар алмаштырҙы. Хужалар һуңғы тапҡыр 84-се минутта алмаштырҙы. Майҙанда Безденежных урынын Азер Алиев биләне. Ростовтар Поповтың йәрәхәтләнеүе сәбәпле уйынсыны алмаштырырға мәжбүр булды. Икенсе таймдың уртаһында командаға ярҙамға Зуев һәм Шомуродов урынына Ионов һәм Сигурдарсон сыҡты.


«Өфө» осрашыу аҙағында ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең зонаһына килтереп ҡыҫты, ләкин өҫтәлгән ваҡытта «Ростов» әүҙемләште. Шулай ҙа Евсеевтың тәрбиәләнеүселәренән мәрәйҙәрҙе тартып ала алманы. «Өфө» тарихта тәүге тапҡыр «Ростов»ты еңде һәм быйыл тәүгә өс еңеү мәрәйен йыйҙы — 1:0.


Бынан тыш, «өфө»ләр Рәсәй Премьер-лигаһының турнир таблицаһында 14-се баҫҡысты биләй.


Киләһе уйынды командабыҙ 13 апрелдә «Енисей»ға ҡаршы уйнай.

Читайте нас в