Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Май 2019, 14:59

Венер Башҡорт Ғәлиев «Урал-батыр» турнирында джиу-джитсу буйынса Бразилия чемпионы менән көрәшә

Йома, 24 майҙа, «Өфө уттары»нда хәрби сәнғәт буйынса «Урал-батыр» спорт һәм күңел асыу турниры ойошторола. Унда Рәсәйҙән, Бразилиянан, Сербиянан һәм башҡа илдәрҙән 24 көрәшсе ҡатнаша.

Кисәнең төп алышында Өфөнән ҡатнаш көрәш, кикбоксинг һәм хәрби самбо буйынса спорт мастеры Руслан Яманбаев ҡатнаша. Уның дәғүәсеһе — ММА, тай боксы, ушу, саньда һәм ҡул һуғышы буйынса Ҡырым чемпионы Владислав Зеликов.
Икенсе төп алышта билдәле көрәшсе, хәрби самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы, Башҡорт исеме аҫтында сығыш яһаған Венер Ғәлиев джиу-джитсу буйынса Бразилия чемпионы һәм Max Muay Thai чемпионы Фабио Феррариға ҡаршы сыға.
Венер Ғәлиев 1975 йылдың 1 июлендә Стәрлетамаҡта тыуған. Күпмелер ваҡыт Өфөнөң юл-патруль хеҙмәте полкы инспекторы булып эшләй, полиция лейтенанты исеме бар. Һөнәри рингта Екатеринбург өсөн сығыш яһай. «Ҡатнаш хәрби көрәш федерацияһы» Свердловск төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты. Рәсми турнирҙарҙа 29 тапҡыр сығыш яһап, шуларҙың 29-ында еңгән.
Читайте нас: