Турнир 2022 йылдың 26 авгусынан 11 сентябренә тиклем дауам итә һәм дүрт этапҡа бүленә. Һайлап алыу турҙары яңы система буйынса уҙғарыла.
Рәсәй (турнир хужаһы) һәм Польша (ғәмәлдәге донъя чемпионы) автоматик рәүештә ҡатнашыусылар иҫәбенә индерелгән. 2021 йылғы һәр континенталь чемпионаттан иң яҡшы ике командаға ла донъя чемпионатына юлламалар тапшырыла, тиелә федерацияның рәсми белдереүендә.
«Ойоштороусы ҡалаларҙа донъя кимәлендәге спорт ареналары һәм спортсылар, волейбол көйәрмәндәре өсөн уңайлы шарттар булдырған инфраструктура булыуы бик шәп. Беҙ мәңге тарихта ҡалырҙай иң яҡшы донъя чемпионаттарының береһен уҙғарырбыҙ тип ышанам», — тине Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы президенты Станислав Шевченко.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, алдағы өс йылда Өфөлә волейбол үҙәге төҙөлә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров объекттың проектын өфөләр ҡарамағына тикшереүгә сығарҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1313399-mezhdunarodnaya-federatsiya-voleybola-ufa-primet-odin-iz-etapov-chempionata-mira-2022/