4 июндә «Өфө-Арена»ла «терафлекс» — волейбол уйнау өсөн япманы монтажлау тамамлана. 7-9 июндә Башҡортостандың баш ҡалаһы икенсе йыл рәттән Милләттәр лигаһы волейбол халыҡ-ара турнирының Рәсәй этабын ҡабул итә. Өфөгә Рәсәй, Италия, АҠШ һәм Португалия йыйылмалары килә. Рәсәйҙәрҙе аэропортта 3 июндән 4-енә ҡарай төндә ҡаршы алалар.
Уҙған йылда ҡалаға Ҡытайҙан, Ирандан һәм Бразилиянан иң шәп волейболсылар килде, был юлы ҡатнашыусыларҙың составы, Халыҡ-ара волейбол федерацияһы рейтингына ярашлы, көслөрәк.
Бөтә командалар ҙа 5 июнгә тиклем килеп етергә тейеш. Ошо көндән турнир башланғансы күнекмәләр уҙғарыла.
Өфөлә Милләттәр лигаһы теҙмәһе
16.00 Италия – Португалия
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2022 йылда Өфө волейбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итә.
http://www.bashinform.ru/news/1315267-v-ufu-na-ligu-natsiy-sbornaya-rossii-po-voleybolu-priletit-4-iyunya-/