Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Июнь 2019, 10:28

Келәмдәрҙә “хаджиме” яңғыраны

Стәрлетамаҡта 170 бала дзюдо буйынса көс һынашты.Балаларҙы яҡлау көнөнә арнап, ҡаланың Олимпия резервындағы спорт мәктәбендә йәш быуын араһында дзюдо буйынса III асыҡ фестиваль ойошторолдо. Ярышҡа республика ғына түгел, ә илдең башҡа ҡала һәм өлкәләренән килеүселәр ҙә булды.

«КУМИТЭ» дзюдо буйынса балалар һауыҡтырыу үҙәгендә тәрбиәләнеүселәр йыш ҡына сит яҡтарға барып, еңеүҙәр
яулап ҡайтҡандарын беләбеҙ. Был юлы улар үҙҙәренә ҡунаҡтар саҡырҙы. – Беҙҙең дзюдо буйынса үҙәк бына
өсөнсө йыл инде “Башҡорт сода компанияһы” йәмғиәте ярҙамы менән был фестивалде ойоштороп килә. Шуныһы ҡыуаныслы: йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны, даирәһе киңәйә. Әле Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан, Ырымбур һәм Санкт-Петербургтан килгән 170 спортсыны ҡаршыланыҡ, – тине үҙәктең етәксеһе Юрий Зубков.
Турнирҙы асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, ҡала Советы рәйесе Андрей Ширяев, республиканың дзюдо федерацияһы вицепрезиденты Валерий Побежимов һәм башҡа ҡунаҡтар ҙа булды.
– Дзюдо – бик яҡшы спорт төрө, һеҙ көслө һәм сыҙамлы булып үҫәһегеҙ. Һеҙҙе ошо ярышта еңеүҙәр яулап, һаусәләмәт булыуығыҙҙы теләйем. Бала саҡ бәхет-шатлыҡлы булһын, ә иң мөһиме, каникулдар башланды, һеҙгә күңелле ял
теләйем, – тине Владимир Куликов. Фестиваль башланыуы тураһында иғлан иткәс тә келәмдәрҙә “хаджиме” тигән
һүҙҙәрҙе ишеткән егет һәм ҡыҙҙар көрәшә башланы. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың яратҡан спорт төрө
илдең йәш граждандарына ла оҡшай. Оҫта итеп, төрлө алымдар яһап еңеүҙәр яуланы улар.
Стәрлетамаҡтарҙан үҙ ауырлыҡ категорияһында егеттәр араһында Никитин Александр, Камалеев Герман – беренсе, Козлов Роман, Зубков Гордей – икенсе, Гәрәев Тимур, Платонов Артём өсөнсө урындар алды. Ә ҡыҙҙар араһында Порываева Владислава, Хәсәнова Камилла – беренсе, Дәүләтбаева Эвелина – икенсе, Кузьмина Алёна, Ғәбитова Анастасия, Хәлимова Нелли, Фролова Виктория, Ибраһимова Аида, Воложанина Анна, Никонова Анастасия, Мамедгусейнова Фатима, Сюпова Олеся өсөнсө урындарға өлгәште.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: