Икенсе тур дүрт ҡитға көйәрмәндәренә күп хис-тойғолар бүләк итте. Һигеҙ партияның дүртәүһендә еңеү яуланды, һөҙөмтәлелек 50% тәшкил итә.
Биш тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужинаның 100 процентлыҡ һөҙөмтә: мөмкин булған дүрт мәрәйҙән дүрт мәрәй.
Дүрт шашкасының: ғәмәлдәге донъя чемпионы Наталья Садовсканың (Польша), блиц һәм рапид буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы Матрена Ноговицынаның, Азия вице-чемпионы Чжао Ханьциндың (Ҡытай), 2016 йылда Европа вице-чемпионы Ксения Нахованың өс мәрәй (бер еңеү һәм бер тигеҙ иҫәп). Ете спортсының, шул иҫәптән Айгөл Иҙрисованың — икешәр мәрәй.
Турнирҙа йәмғеһе 15 партия уйнарға кәрәк.