«Батыр» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Артур Зөлҡәрнәев — 74 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында ир-егеттәр араһында, Артур Зарипов 75 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында 17-18 йәшлек егеттәр араһында чемпион булды. Өсөнсө алтын миҙалды Октябрьский ҡалаһынан Ильвар Хисмәтуллин алды. Көрәшсе 85 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында иң көслөһө тип танылды.