“Иң мөһиме – йәш спортсылар бер-береһе менән танышты, аралашты. Был дуҫлыҡ, һис шикһеҙ, артабан да дауам итер, – тине уйындарҙың баш судьяһы Андрей Кривошеев "Нефтсе" стадионында үткән матбуғат конференцияһында. – Арала Өфө командаһы айырыуса ныҡлы әҙерлекле булыуы менән һоҡландырҙы”.
Халыҡ-ара уйындарҙың генераль секретары Ричард Смит сараның ойошторолоу кимәлен юғары баһаланы.
“Волонтерҙар барыһын ла аңлатты, ихлас булды. Миңә бирелгән Рәсәй телефоны ла ни бары ике тапҡыр шылтыраны. Был – яҡшы билдә”, – тине ул. Р. Смит баш ҡалабыҙҙа булған 1500 йәш спортсының, үҙҙәренә ҡайтҡас, Өфөләге ҡунаҡсыллыҡ хаҡында һөйләйәсәге хаҡында әйтте.
Баш ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин 53-сө Халыҡ-ара уйындарҙа ҡатнашҡандарҙың Олимпия уйындарында үҙ илдәренең намыҫын яҡлаясағы хаҡында белдерҙе.