Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Июль 2019, 14:26

Стәрлетамаҡтар иҫәбендә – биш миҙал!

Стәрлетамаҡтар иҫәбендә – биш миҙал!13 июль Өфөлә Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын тантаналы рәүештә ябыу сараһы үтте. Өс көн дауамында барған ярыштарҙа 29 илдән килгән 12-15 йәшлек 1192 йәш спортсы ҡатнашты.

Республикабыҙҙа үткән бындай масштаблы ярыштан ҡалабыҙҙың йәш спортсылары ситтә ҡалманы, әлбиттә. Иң мөһиме: ҙур сарала ҡатнашыу ғына түгел, ә миҙалдар яулап ҡайтыуға ла өлгәште улар. Стәрлетамаҡ йыйылма командаһы 18 спортсынан торҙо, майҙан тотоусылар һынатманы: көмөш һәм бронза миҙалдар яуланы. Дзюдо көрәшендә Полина Базлова 36 килограмм ауырлыҡ категорияһында – бронза, Данил Ғәниев 81 килограмм ауырлыҡ категорияһында көмөш миҙалдар алды. Шулай уҡ грек-рим көрәше буйынса Антон Теплов (41 килограмм), Рафаэль Ғәлиҡханов (44 килограмм), Иван Юженко (68 килограмм) үҙҙәренең ауырлыҡ категорияларында бронза миҙалдар яуланы. Башҡортостан спортсылары бөтәһе 13 – алтын, 15 –көмөш, 22 – бронза миҙал алды.
Читайте нас: