Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Июль 2019, 14:26

Башҡортостан спортсылары еңел атлетика буйынса Инвалидтар спартакиадаһында бөтә призлы урындарҙы яуланы

Башҡортостан спортсылары еңел атлетика буйынса Инвалидтар спартакиадаһында бөтә призлы урындарҙы яуланыБашҡортостан спортсылары Йошкар-Ола ҡалаһында үткән III Бөтә Рәсәй инвалидтар спартакиадаһында бөтә урындарҙы яуланы. Ҡыҙҙар еңел атлетикала – 100 метр арауыҡҡа йүгереүҙә иң яҡшылары булды, тип хәбәр итә «Марийская правда».

Мария Вәлиәхмәтова – алтын, Виктория Ғибәҙуллина – көмөш, Диана Вәлиәхмәтова бронза миҙалдар яуланы. Бөрөнән Вәлиәхмәтовалар йүгереүҙә 13 тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Баталова менән бер мәктәптә уҡыған һәм легендар спортсы менән шәхсән таныш.
Марий Иле Республикаһында өс көн барған ярыш һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостан йыйылмаһы миҙал зачетында икенсе урынды биләй – 5907,1 мәрәй. Беренсе урында Мәскәү өлкәһе (6274,0 балл), өсөнсөлә — Свердловск өлкәһе (5561,8 мәрәй).
Читайте нас: