AU-2 категорияһында 16 атлет ярышты. Квалификация мәлендә яҡташыбыҙ бер «топ»ҡа етте, икенсе трассала 43 эләктереү яһаны. Быларҙың барыһы ла Максимға алты урындың бишенсеһен яуларға һәм шуның менән финалда ҡатнашыу хоҡуғын алырға мөмкинлек бирҙе.
Хәл иткес раундта Майоров 36 эләктереүҙән һуң ысҡынып китеп, алтынсы урын алды. Алтынға британ спортсыһы Мэттью Филипс лайыҡ булды. Икенсе урын Израилдән килгән Мор Майкл Сапирға эләкте. Улар икеһе лә «топ»ҡа етте. Бронзаны 47 уңышлы эләктереү яһаған Кевин Бартке (Германия) яуланы.