Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Июль 2019, 12:35

Яҡташыбыҙ Александр Георгиев халыҡ-ара шашка буйынса Донъя кубогында еңде

Яҡташыбыҙ Александр Георгиев халыҡ-ара шашка буйынса Донъя кубогында еңдеРигала халыҡ-ара шашка буйынса Донъя кубогы этабы тамамланды. Туғыҙ тапҡыр донъя чемпионы, «Башҡортостандың үҙәк шашка клубы» спортсыһы Александр Георгиев еңеү яуланы.

Был хаҡта «Башҡортостан» үҙәк шашка клубының матбуғат секретары Рөстәм Шәйәхмәтов хәбәр итте.
Латвияла еңгән өсөн Александр Георгиев Донъя кубогының дөйөм иҫәбендә алдынғылыҡҡа сыҡты. Ул — 525, элекке лидер Ян Грунендейк (Нидерланд) — 508, Гунтис Валнерис (Латвия) 490 мәрәй йыйҙы.
Башинформ.
Читайте нас в