Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Август 2019, 20:54

Физкультурниктар көнө уңайынан иң шәп 150 спортсы, тренер, ветеран бүләкләнде

Физкультурниктар көнө уңайынан Өфөлә Колонналы залда республиканың иң шәп 150 спортсыһы, тренеры, ветераны дипломдар, маҡтаулы билдәләр, исемдәр, грамоталар, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Наградалар тапшырған абруйлы ҡунаҡтар араһында Рәсәй Федерацияһы Советы ағзаһы, Федерация Советының мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, 13 тапҡыр паралимпия чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫарҙары Павел Мөслимов һәм Янай Гайдук бар ине.
«Республика спортсылары беҙҙең спорттың еңеүҙәре һәм ҡаҙаныштары байрағын ғорур йөрөтә, — тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова. — Башҡортостанда спорттың 107 төрө үҫтерелә. Ләкин ҙур спорттағы еңеүҙәр бәләкәй генә спорт майҙансығынан, балалар баҡсаһынан һәм мәктәптән башлана. Министрлыҡ — яҡынса 300 стипендия, Хөкүмәт 90 миллион һумдан ашыу бүлә».
Башҡортостандан сенатор һүҙҙәренсә, дүрт йыл элек федераль ҡаҙнанан берлектә финанслау алты миллион һумдан артмай ине. Бөгөн был сумма 14 миллион һумға тиң, ә киләһе йылға республика үҙәктән 35 миллион һумлыҡ ярҙамға иҫәп тота.
http://www.bashinform.ru/bash/1338996/
Читайте нас в