Ашҡаҙар
-8 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Август 2019, 09:04

10 август – физкультурниктар көнө

Физкультура һәм спорт характерҙы сыныҡтыра Хөрмәтле физик культура һәм спорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре! Был байрам – әүҙем, көс-ҡеүәте ташып торған, тәне лә, йәне лә сәләмәт булғандарҙың байрамы. Спорт – ул сәләмәтлек кенә түгел, ә иһә еңеүгә, һәр нәмәлә лә беренсе булырға ынтылыу. Физкультура һәм спорт характерҙы сыныҡтыра, ирешелгәндәрҙә туҡталып ҡалмаҫҡа әйҙәй. Шуныһы ҡыуаныслы: сәләмәт тормош алып барыу хәҙерге заман кешеһе өсөн ҡағиҙәгә әйләнә бара.

Стәрлетамаҡта футбол яланы һәм йүгереү юлдары булған заманса йыһазландырылған стадиондар, спорт комплекстары һәм фитнес-үҙәктәр, спорт залдары һәм асыҡ спорт майҙандары эшләй. Шулай уҡ яңы спорт майҙандары һәм велоюлдар төҙөлә. Стәрлетамаҡ спортсыларының төрлө кимәлдәге ҡала һәм халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүҙәре спортҡа ныҡлы әҙерләнгәнлек һөҙөмтәһе булып тора.

Хөрмәтле физкультура һәм спорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм вете-рандары, йәш спортсылар! Ысын кү-ңелдән һеҙгә сағыу еңеүҙәр, ыңғай хис-тойғолар, яҡшы тәьҫораттар теләйем. Маҡсатығыҙға табан барған юлда ныҡышмалы булығыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, бөтөн башланғыстарҙа ла һеҙгә тик уңыштар юлдаш булһын! Байрам менән!

Владимир КУЛИКОВ,

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы.
Читайте нас: