Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Август 2019, 09:17

Йәш өфөләр Ҡытайҙа «Донъя кубогы» халыҡ-ара турнирында көмөш миҙал яуланы

Йәш футболсылар «Донъя кубогы» футбол буйынса бишенсе халыҡ-ара турнирында икенсе урынды алды. Ярыш 6-12 августа Өфөнөң туғандаш ҡалаһы Шеньянда (Ҡытай Халыҡ Республикаһы) уҙҙы. Унда ете илдән дүрт мең спортсы ҡатнашты.

Өфөнән «Футбол академияһы» 9-сы олимпия резервындағы спорт мәктәбенең 10 тәрбиәләнеүсеһе сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр мэриянан. Хәл иткес уйында өфөләр турнир хужалары — Ҡытайҙың Чжецзян провинцияһынан «Страус» командаһы менән көс һынашты. Уйындың тәүге яртыһында командалар оҫталыҡта бер-береһенә ал бирмәне, ләкин таймдың һуңғы минуттарында Ҡытай спортсылары алдынғылыҡҡа сыҡты. Өфөләрҙең ҡаршы тороуына ҡарамаҫтан, икенсе таймда улар 4:1 иҫәбен менән еңеү яуланы. Шулай итеп, тренер Леонид Иваха етәкселегендәге Өфө командаһы көмөш миҙалдарға лайыҡ булды.. «Бронза» — Лос-Анджелес ҡалаһы (АҠШ) спортсыларында. «U12» йәш төркөмөндә еңеү өсөн бөтәһе 30 команда көс һынашты. «Беҙ уйнаған барлыҡ йыйылмалар — лайыҡлы һәм ҡыҙыҡлы дәғүәселәр. Был турнирҙа ҡатнашыу беҙгә ҙур тәжрибә тупларға, башҡа илдәрҙән килгән уйынсылар менән дуҫлашырға мөмкинлек бирҙе», — тине 12 йәшлек Ғәзиз Хәйбуллин.
Мәҡәлә http://www.bashinform.ru/bash/1339481 сайтынан алынды.
Читайте нас: