Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Август 2019, 11:41

Һай, үҙебеҙҙең егеттәр!

Һай, үҙебеҙҙең егеттәр!Стәрлетамаҡта йәштәр араһында гандбол менән ҡыҙыҡһыныусылар күп, баҡтиһәң бындай спорт төрө менән Рәсәй йыйылма командаһында сығыш яһаусы егеттәребеҙ ҙә бар икән. Вадим Ибраҡов менән Дмитрий Побочий әлеге мәлдә Мәскәү өлкәһендә Олимпия резервындағы спорт училищеһының икенсе курсында белем ала.

Өс йыл элек уларҙың һәләттәрен Тольятти ҡалаһында ойошторолған тур-нирҙа буласаҡ тренерҙары Александр Коваленко күреп ҡала һәм үҫмерҙәрҙе Мәскәүгә уҡырға саҡыра.
Егет һүҙе бер була тигәндәй, Дмитрий менән Вадим, ата-әсәләренән айырылып, тыуған ҡалаларынан ситтә уҡыуҙы һайлай. Әлеге училище янындағы мәктәпкә уҡырға инәләр һәм ундағы пансионатта йәшәп, үҙҙәре теләгән спорт менән шөғөлләнә башлайҙар. Әлбиттә, хыялда тик оҫталар командаһында уйнау була һәм был теләк тормошҡа аша бара: улар хәҙер Мәскәү өлкәһенең “Чеховские медведи” командаһының икенсе составында, команда менән яҡташтарыбыҙ Рәсәй чемпиондары исемен дә яулай һәм артабан гандбол буйынса йәштәр Рәсәй йыйылма командаһына саҡырыу ала!
Вадим менән Дмитрий йыйылма команда составында уйнап өлгөргән дә инде, Швейцария һәм Белоруссияла үткән турнирҙарҙа ҡатнашып ҡайт-ҡандар. Яңы команда яңы маҡсаттар ҡуя, әлеге мәлдә егеттәр көслө итеп Европа Чемпионатына әҙерләнә. Вадим уйында амплуаһы буйынса – линия уйынсыһы: уға күберәк ҡапҡа һаҡсаһына ярҙам итергә, ҡаршы команда уйынсыларын туҡтатырға һәм алға йүгереп, үҙенекеләренең һөжүменә ярҙам итергә тура килә. Дмитрий иһә күберәк – алда, ул гол индерергә тейеш, команданың уң яғы һөжүме өсөн яуаплы. Бына бит егеттәр үҙ урынын тапҡандар һәм Мәскәү өлкәһенә барып, башҡа спортсыларға конкуренция күрһәтә алғандар. Бәлки, беҙ уларҙы тиҙҙән Европа чемпиондары тип тә белербеҙ әле, бирһен Хоҙай! Афарин, егеттәр, уңыштар һеҙгә!
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Әйткәндәй, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарға яңы рубрика тәҡдим итәбеҙ: “Мин – Стәрлетамаҡтан” рубрикаһы аҫтында беҙҙең ҡалала тыуып үҫкән, әммә әлеге мәлдә Стәрлетамаҡтан ситтә йәшәгән, иң мөһиме, тормошта ҙур уңыштарға өлгәшкән яҡташтар тураһында мәҡәләләр баҫтырасаҡбыҙ. Ошо йәһәттән һеҙҙән дә тәҡдимдәр көтөп ҡалабыҙ.
Читайте нас: