Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Сентябрь 2019, 12:05

Буш шәмбеләр бушҡа үтмәй

Буш шәмбеләр бушҡа үтмәйҺәр яҡтан сәләмәт, ижади, тәрбиәле шәхес формалаштырыу – мәктәп һәм ғаилә алдындағы мәңгелек бурыс. Ә хәҙерге ваҡытта был айырыуса мөһим. Ошо йәһәттән 10-сы мәктәптә тәүге тематик шәмбе “Спорт. Хәүефһеҙлек” темаһы буйынса уҙғарылды.

Сараның төп маҡсаты – спорт менән шөғөлләнгән, сәләмәт, физик яҡтан үҫешкән, һәм тормошта килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә юғалып ҡалмаусы балалар тәрбиәләүҙә ине. Шулай итеп, яңы уҡыу ҡағиҙәләре буйынса дәрестәрҙән азат ителгән шәмбе бик файҙалы үтте.
Сценарий буйынса, янғын сығыу тураһында иҫкәрткән тауыш ишетелгәс тә, мәктәп коллективы уҡыусыларҙы бинанан хәүефһеҙ урынға сығарырға ашыҡты. Мәктәп бинаһында биш төп эвакуация юлы бар, һанаулы минуттар эсендә уҡыусылар барыһы ла урамға сығып теҙелде. Тышта уҡыусыларҙы иртәнге зарядкаға йөҙөү буйынса донъя чемпионы – Антон Анчин көтә ине. Зарядкаға уҡыусылар ғына түгел, ихлас күңелдән уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә баҫты. Йөҙөүсе уҡыусыларҙы, сарала ҡатнашыусыларҙы үҙҙәренә оҡшаған спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә, һаулыҡҡа битараф булмаҫҡа өндәне. Тематик шәмбе спорт майҙансыҡтарында төрлө ярыштар менән тамамланды.
Нурсилә СӨЛӘЙМӘНОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: