Рапирала бронза миҙал ярымфиналда Тимур Сафиндан еңелгән Алексей Черемисиновҡа эләкте.
Ҡытай тәүге тапҡыр Бөтә донъя хәрби уйындарын ҡабул итте. Шулай уҡ Ҡытай тәүгә ошондай комплекслы халыҡ-ара хәрби сара ойошторҙо. Уйындарҙа донъяның 100-ҙән ашыу иленән 10 мең хәрби ҡатнаша, был 24 йыл буйына уҙғарылған уйындар тарихында рекорд булып тора.
Уйындар ун көн бара. Төп тема – «Бергәләп дуҫлыҡты нығытыу, бергәләп тыныслыҡ булдырыу». Ярыштар спорттың 27 төрөндә 329 дисциплина буйынса үткәрелә.