Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Ноябрь 2019, 18:00
Яҡташыбыҙ Тимур Сафин – фехтование буйынса Донъя кубогының бронза призеры
Өфө рапирасыһы, команда ярыштарында олимпия чемпионы Тимур Сафин Германияның Бонн ҡалаһында уҙған фехтование буйынса Донъя кубогының бронза призеры булды.
Тимур Сафин Рәсәй йыйылмаһынан Кирилл Бородачев, Алексей Черемисинов һәм Дмитрий Жеребченко менән бергә украиндарҙы (55:28) һәм ҡытайҙарҙы (45:41) еңеп, ярымфиналға барып етте.
Шунан һуң Рәсәй рапирасылары АҠШ командаһынан еңелде (42:45), ләкин бәләкәй финалда еңде (45:40).
Бынан алда «Башинформ» Тимур Сафиндың етенсе Бөтә донъя хәрби уйындарында алтын миҙалға лайыҡ булыуы тураһында
хәбәр иткәйне
.
Башинформ.
Читайте нас: