Турнирҙа ҡатнашыр өсөн тотош илдән 300-ҙән ашыу спортсы килә. Беҙҙекеләр ҙә һынатмай:
- Унда егеттәр һәм ирҙәр төркөмдәренә бүленеп, һигеҙ ауырлыҡ категорияһында ярыштар үтте. Беҙҙең команда егеттәр төркөмөндә көрәште, унда бөтәһе 143 спортсы ине. 70 килограмм ауырлыҡ категорияһында Әхтәмов Илназ финалға сыҡты һәм ҡатмарлы алышта Татарстан вәкиленә отолдо. Башҡа көрәшселәребеҙ ҙә призлы урындарҙан күпкә артта ҡалманы, был иһә командабыҙға өсөнсө урын алырға ярҙам итте лә ине, - тине Илшат Мансаф улы турнир тураһында.
Күренеп тора, егеттәребеҙ был турнирҙа еңеүгә яҡын булған, тимәк төрлө төбәктәрҙән килгән спортсыларға конкуренция күрһәтә алған. Республика Башлығы Радий Хәбиров асып ебәргән турнирҙан шундай хәбәр алып ҡайтыу шәп түгелме һуң? Әлбиттә шулай!