Турнирҙың төп осрашыуында Башҡортостан һәм Мәскәү йыйылмаһы бер-береһенә ҡаршы сыҡты. Биш секунд үткәс тә шәхси ярыштар еңеүсеһе Тимур Арыҫланов иҫәпте асты һәм беренсе алыш беҙҙең спортсылар файҙаһына 5:1 иҫәбе менән тамамланды. Ләкин икенсе алышта мәскәүҙәр алға сыҡты – 10:7. Ләкин өс тапҡыр рәттән еңеү өфөләргә иҫәпте тигеҙләүҙән тыш, алыштың икенсе яртыһына һәйбәт нигеҙ һалырға мөмкинлек бирҙе.