Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Декабрь 2019, 18:00

Өфө беренсе тапҡыр юниорҙар йыйылмаларының Биш милләт хоккей турнирын ҡабул итә

Башҡортостандың баш ҡалаһы беренсе тапҡыр 17 йәшкәсә юниорҙар йыйылма командаларының Биш милләт хоккей турнирын ҡабул итә.

Ярыштар «Өфө-Арена»ла 2020 йылдың 5-9 февралендә уҙғарыла. Турнир наградалары өсөн Рәсәй, Финляндия, Швеция, Чехия һәм АҠШ командалары көрәшә.
«Уйындарҙың тура трансляцияларын YouTube-каналында һәм Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы сайтында ҡарарға мөмкин», — тип белдерҙеләр Рәсәй Хоккей федерацияһының матбуғат хеҙмәтендә.
Матчтар теҙмәһе
5 февраль
15:00* Финляндия — Чехия
19:00 Рәсәй — Швеция
6 февраль:
15:00 Швеция — АҠШ
19:00 Рәсәй — Чехия
7 февраль:
15:00 Чехия — Швеция
19:00 АҠШ — Финляндия
8 февраль:
15:00 США — Чехия
19:00 Рәсәй — Финляндия
9 февраль:
15:00 Швеция — Финляндия
19:00 Рәсәй — АҠШ
*Өфө ваҡыты
Читайте нас: