Республика хөкүмәте президиумы ултырышында ҡалаларға һәм райондарға бюджеттан комплексты үҫтереү өсөн аҡса бүлеү тәртибе тураһында ҡарар проекты ҡаралды.
«Республикабыҙҙа йылдан-йыл ГТО күрһәткестәре яҡшыра. Ләкин комплекс планын индереү буйынса йыл һайын төҙөлгән рейтингта Башҡортостан Рәсәйҙә — 32-се, Волга буйы федераль округында дүртенсе урында тора», — тип билдәләне йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
Һөҙөмтәлә ГТО тапшырыуҙың абруйын арттырыу һәм күрһәткестәрҙе яҡшыртыу өсөн Башҡортостан муниципалитеттарына 315-әр мең һум [дөйөм суммаһы 21 миллион 741 мең һум] бирелә. Алмашҡа райондар һәм ҡалалар ГТО-ның ете критерийын үтәргә тейеш. республикала йәшәүселәрҙе ГТО тапшырыуға йәлеп итергә һәм илдең иң яҡшы ун төбәге иҫәбенә инергә теләй.