“Республикала был проект буйынса эш башланасаҡ. Әле ауылдарҙа 130 тренер етмәй. Өҫтәүенә Башҡортостандағы 200 мәктәптә “Спорт көрәше – мәктәптәргә” программаһын тормошҡа ашырырға тейешбеҙ”, - тип белдерҙе министр” – тип “Башҡортостан” гәзитендә яҙып сыҡҡайнылар.
Ауылдарҙа, һис шикһеҙ, спорт мәктәптәре булырға тейеш. Бында эшкә киләсәк һәр тренерға бер тапҡыр бирелә торған 600 мең һум да иғтибарҙы йәлеп итә-итеүен. Ауылға эшләргә киләсәк тренерға мөһим шарт та ҡуйылған: ул мотлаҡ муниципалитет билдәләгән осорҙо шунда эшләргә тейеш. Тик ҡалаларҙа ла спорт майҙансығы булып та, спортҡа артыҡ иғтибар бирмәүсе мәктәптәр бар әле. Көстәре ташып торған малайҙар ҡыҙҙарҙы күтәреп ҡарға бәреүҙән ары уҙмайҙар. Мәғариф бүлегендәгеләр ҙә ҡалала спорт мәктәптәре булғас, шул еткән, - тип уйлайҙар, ахры. Ҡалала эшләүсе йәки эшһеҙ йөрөгән тренерҙар өсөн дә стимул булдырғанда, ябай мәктәптәрҙә лә балалар спорт менән ныҡлап шөғөлләнер ине, тимәксемен. Махсус спорт мәктәптәренә яҙылырға бай ата-әсәләрҙең генә аҡсаһы бар бит.