Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Ғинуар 2020, 19:05

«Тархан» чемпионат лидерҙары менән көс һынашты

«Стәрлетамаҡ-Арена» спорт һарайында волейбол буйынса Рәсәй чемпионатының 5-се туры сиктәрендә Юғары лига «А» төркөмөндә уйнаусы «Тархан» волейбол командаһы үҙ майҙанында Силәбенән «Динамо», Ырымбурҙан «Нефтяник», Магнитогорскиҙан «Магнитка-Университет» командалары менән осрашты. Уйындарҙың берәүһен дәрәжәле ҡунаҡтар ҙа килеп күрҙе.

Командаларҙың ҡалабыҙға күпләп килеүе – көйәрмәндәр өсөн шатлыҡ ҡына, сөнки бер нисә көн рәттән дүрт уйынға шаһит булды улар. Силәбеләргә ҡаршы ойошторолған беренсе уйын иң ҡатмарлыларҙан көтөлгәйне, шулай булды ла, сөнки улар чемпионатта лидер булып тора. Осрашыу көсөргәнешле барҙы, бигерәк тә был икенсе партияла һиҙелде, иҫәп 36:34-кә үк барып етте. Тап ошо һынылышлы булды ла инде, ҡунаҡтарҙың мәрәйҙәр өсөн ынтылышы һүрелде һәм «тархан»дар дөйөм иҫәп буйынса 3:0 менән еңде.

Икенсе көндө «Тархан» «Магнитка-университет» менән осрашты. Тап ошо уйынды Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов һәм РФ Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов килеп ҡараны. Уйын алдынан улар командаларҙы һәм көйәрмәндәрҙе сәләмләп, яҡшы уйын теләне. Дәрәжәле ҡунаҡтар алдында спортсыларыбыҙ сәмләнеп китеп уйнаны, ҡаршылаш команда уйын аҙағында үҙ уйынын күрһәтә башлағайны, әммә был ғына етмәне. “Тархан”дар йәнә 3:0 иҫәбе менән сираттағы команданы ҡыйратты. Уйындан яҡшы кәйеф алған ҡунаҡтар спорт һарайының мөмкинлектәре һәм спорт секциялары менән танышып үтте.

Ике уйында үҙ мәрәйҙәрен йыйып алған “Тархан” артабан да көйәр-мәндәрен күтәренке кәйефтә ҡалдырыр, тип өмөтләнгәйнек. Тик йәнә лә ошо командалар менән осрашыуҙар ауыр бирелде һәм ҡалған ике уйында 1:3 иҫәбе менән еңелеүҙәр кисерҙек. Әлеге мәлдә командабыҙ 18 команда араһында турнирҙа 12-се урынды биләй. Киләһе уйындар Ырымбур ҡалаһында үтәсәк.
Читайте нас: