Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Февраль 2020, 17:30

ИВАН ЕДЕШКОНАН ОҪТАЛЫҠ ДӘРЕСЕ

Совет баскетболының легендаһы, олимпия чемпионы Иван Едешко Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө мәктәбенә килеп, оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. 74 йәшлек спорт ветераны әле һаман да теремек, осрашыу барышында ул балаларға «Движение вверх» кинофильмы тураһында һөйләп үтте, спорт залында баскетболдың серҙәрен дә систе.

Өс секунд – бер күҙ асып йомған ара ғына, әммә был ваҡыт эсендә миллионлаған кешеләрҙе тетрәндерергә мөмкин. Совет баскетболсыһы Иван Едешко тап ошондай хәл иткес финал уйындарының ҡатнашыусыһы булған, 1972 йылда Мюнхен ҡалаһында барған олимпиаданың финал уйынында уның пасы ярҙамында туп кәрзин эсенә инеп ята. Бер мәрәйгә еңелеп барған команда, олимпиада чемпионы була. Был тетрәндергес мәлде кинофильмда һүрәтләгәндәр ҙә инде, был өс секундты ябай ғына ҡабул итеп булмай. Еңеүсене генә түгел, ә бөтөнләй бар донъяға булған ҡараштарҙы яңыса күрһәтеп, әйләндереп һалғандай ул. Совет кешеләренең хис-тойғолары, уның булмышы, эшләгән эштәре, тырышлығы һәм, әлбиттә, яҡшыға ышаныуҙары сағыла был кадрҙарҙа.

Иван Иванович – донъяла билдәле кеше, уны ҡайҙа барһалар ҙа таныйҙар, билдәле ваҡиғаларҙы яңыртыусы, тарихты һаҡлап ҡалыусы ла ул. Был уйын-ға әллә күпме ваҡыт үтеп китһә лә, һаман да уның ҡылыҡтарында, аралашыуында ошо йылдар уйылып ҡалған кеүек. Быны уҡыусылар биргән һорауҙарҙа ла күрергә, ишетергә була ине.
Был өс секундҡа тренер ниндәй йөкләмәләр бирҙе? – тип һораны залда ултырған баскетбол уйнарға яратыусы егеттәрҙең береһе.
– Бер ҡасан да бирешмәгеҙ, тине ул! Бер-беребеҙҙең күҙ ҡарашынан барыһын да аңлап, тойоп уйнау кимәленә еткән инек ул саҡта. Өс секунд – күп мәғәнә йөрөтә. Бер яҡтан, сәйәси һорау ҙа тора, сөнки беҙгә, уйын башланмаҫ элек үк, икенсе урын бирелгәйне, ә, икенсе яҡтан, Америка өсөн баскетбол – халыҡ уйыны һәм уларҙа баскетбол иң көслөһө икәнен беләһегеҙ. Бар донъя беҙҙең еңелеүгә ышанғанда, командабыҙ еңеүгә ышанды, алтын пасты мин бирһәм дә, тупты кәрзингә Александр Белов индерһә лә, иң мөһиме – команда, майҙанда булған ике команда араһында беҙ иң яҡшыһы булдыҡ, – тине Иван Иванович.


Ә Иван Иванович өсөн был өс секунд һынылышлы була. Уҡыусыларға ул был турала ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Уҡыусылар остаздарынан уңыш серҙәрен генә белеп ҡалманы, үҙҙәре уҡыған мәктәпте лә күрһәтеп сыҡты. Бындағы музей, кабинеттар, китапхана һәм, әлбиттә, спорт залын күрһәтте. Иван Иванович иһә, Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов менән мәктәп командаһына оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтте. Иван Едешко бик талапсан тренер булып сыҡты, уҡыусыларға майҙанда психологик торош, туп менән нисек шөғөлләнергә кәрәклеге тураһында һөйләп тә, уйнап та күрһәтте. Уҡыусылар был спорт төрөн яҡшы белһәләр ҙә, хәҙер уйындың асылына нығыраҡ төшөнгәндәй булды. Тимәк, еңеүҙәр килер әле.

Мәктәп уҡыусылары легендар спортсы менән аралашып, ҡәнәғәтлек кисерҙе. Ветеран үҙе лә, Стәрлетамаҡҡа ҡасан килһәм дә, яҡын кешеләремде күргәндәй булып ҡайтам тип, йылы һүҙҙәре менән һаубуллашты.

Автор фотоһы.
Читайте нас: