Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Февраль 2020, 16:05

Антон Бабиков Рәсәй кубогында рәттән ике уҙышта еңеү яуланы

2017 йылда донъя чемпионы, өс тапҡыр Европа чемпионы Антон Бабиков Киров өлкәһендә биатлон буйынса Рәсәй кубогының һигеҙенсе этабында икенсе еңеү яуланы.

Кесаҙна, 6 февралдә, биатлонсы, дүрт атыу рубежын хатаһыҙ үтеп, суперпасьютта Рәсәй чемпионы исемен алды. Финишта ул Удмурт Республикаһынан Александр Поварницынды уҙып китте. Өсөнсө урынды Ямал-Ненец автономиялы округынан Рөстәм Ҡәйүмов яуланы.
Көндөҙ Бабиков спринт уҙышында еңде. Икенселә — Евгений Идинов (Төмән өлкәһе), өсөнсөлә — Максим Макаров (Удмурт Республикаһы).
Бынан алда Бабиков Эстонияның Отепя ҡалаһына Европа чемпионатына Рәсәй йыйылмаһы составына һайлап алынманы.
Башинформ.
Читайте нас: