Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Февраль 2020, 15:25

Хатта Мәскәү дзюдосылары ла килә

Стәрлетамаҡта тәүге тапҡыр Рәсәй беренселегенә дзюдо (ката) буйынса ярыштар үткәрелә.

Ярыштарҙа Мәскәүҙән, Мәскәү өлкәһенән, Санкт-Петербургтан, Пенза, Омск, Томск, Төмән өлкәләренән, үҙебеҙҙең республиканан һәм башҡа төбәктәрҙән спортсылар ҡатнаша.
13 февралдә көрәш майҙанына 18 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар сыға. Йәштәр «нагэ-но-ката», «катамэ-но-ката» дисциплиналары буйынса көс һынашасаҡ. Турнир көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана, ә ярышты тантаналы асыу 14.00 сәғәткә планлаштырылған. Ярыштарҙан һуң еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү тантанаһы була.

Ә 15 һәм 16 февралдә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр араһында «нагэ-но-ката», «катамэ-но-ката», «дзю-но-ката» дисциплиналары буйынса ярыштар уҙа. Ярыш 15 февралдә 11.00 сәғәттә башлана, 16.00 сәғәттә – ярышты асыу тантанаһы, 16 февралдә – ярыштарҙың һуңғы көнө. Рәсәй беренселегенә ярыштар олимпия резервындағы спорт мәктәбендә (Ленин проспекты, 47) ойошторола. Рәхим итегеҙ, инеү ирекле.
Ойоштороу комитеты.
Читайте нас: