Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Февраль 2020, 01:25

Семен Елистратов шорт-трек буйынса Донъя кубогында бронза миҙал алды

Голландияның Дордрехт ҡалаһында Өфө шорт-трек мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Семен Елистратов Донъя кубогында бронза миҙал яуланы.

Был — атҡаҙанған спорт мастерының 2019/2020 миҙгел кубогының барлыҡ этаптарында алтынсы наградаһы. Елистратовтың алты алтын, бер көмөш һәм тағы бер бронза миҙалы бар.
Республика Спорт министрлығында билдәләүҙәренсә, Рәсәйҙең шорт-трек буйынса ир-егеттәр командаһы эстафетала дөйөм иҫәптә беренсе урынды яуланы. Рәсәй спортсылары 5000 метр арауыҡта финалда беренсе булды. Донъя кубогының дөйөм иҫәбендә улар 34 400 балл йыйҙы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: