Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Март 2020, 23:04

МИНИ ФУТБОЛДАН ҘУР ЕҢЕҮ

#СпортСтәрлетамаҡ футболсылары республика чемпионатында көмөш миҙалдарға өлгәште. Еңеү тураһында ошо көндәрҙә мини-футбол буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионатында үткән уйындар һөҙөмтәһендә билдәле булды. Һуңғы тур әлегә тамамланмаһа ла, лидерҙар бөгөн үк билдәле.Һөҙөмтәләр буйынса республика беренселегендә Стәрлетамаҡ йыйылма командаһы 15 еңеүгә өлгәшкән һәм 3 еңеү кисергән. Өфө командаһы «Электрощит»тан беҙ өс мәрәйгә генә артта ҡалғанбыҙ, ә өсөнсө урынға Нефтекама ҡалаһынан «Liga Gym» өлгәшкән.

Командабыҙҙың каптаны Сргей Ефросиньев турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы исеме бирелде.
Ул ғына ла түгел, ветерандарыбыҙ ҙа һынатмай. Илене үткән спортсылар – көмөш, алтмыштан өлкәнерәктәр – алтын миҙалдарға өлгәшкәндәр.
Еңеүселәргә афарин тип әйтергә ҡала, улар йәнә Стәрлетамаҡ футбол ҡалаһы булыуын раҫланы.
Читайте нас: