Ашҡаҙар
+8 °С
Облачно
Спорт
7 Апреля 2020, 11:06

БӨГӨН – БӨТӘ ДОНЪЯ ҺАУЛЫҠ КӨНӨ

7 апрелдә, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы булдырылған көндә, Бөтә донъя һаулыҡ көнө (World Health Day) билдәләнә. Ошо көнгә арналған саралар кешеләр һаулыҡтың ни тиклем мөһим булыуын аңлаһын өсөн уҙғарыла. Өйҙә изоляцияла булһаҡ та өҫтәмә ваҡыт үҙ-үҙең менән шөғөлләнергә мөмкинселек бирә.

Элек ваҡытым юҡ, эштә йүгереп былай ҙа арыйым тиһәң, хәҙер һылтаныуҙар ҡабул ителмәй. Кем нимә менән шөғөлләнә әлбиттә, әммә һаулыҡ көнөндә, физик күнекмәләр башларға иң шәп мәл.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Олимпия резервындағы спорт мәктәбендә шөғөлләнеүсе егет һәм ҡыҙҙар «Сәләмәт булыу – шәп!» флешмобына ҡушылған һәм беҙҙе лә был сараға ҡушылырға өндәй.
Читайте нас