Ашҡаҙар
+17 °С
Облачно
Спорт
4 Июня 2020, 09:45

"Йәш спецназовсы" хәрби-спорт лагеры курсанттар йыя

Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте һәм үҙ-ара бәйләнеш идаралығы йәмәғәт берләшмәләре менән берлектә "Йәш спецназовсы" хәрби-спорт лагерына курсанттар йыя.

Проектта ҡатнашыусыларҙың йәше - 14-18 (тик Стәрлетамаҡ районы үҫмерҙәре генә).
Профилле сменала үҫмерҙәр башланғыс хәрби әҙерлек курсы үтәсәк һәм армия хеҙмәте серҙәрен өйрәнәсәк. Был лагерь проекты бер нисә тапҡыр «Башҡортостандың иң яҡшы лагеры» республика конкурсы призеры булды.
Лагерь «Юғары әҙерлек» эпидемиологик режимы бөтөрөлөп, йәйге һауыҡтырыу кампанияһы асылғандан һуң эшләй башлаясаҡ. Алдан яҙылыу өсөн телефон (3473) 25-17-37.
Читайте нас