Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Спорт
30 Июля 2020, 13:05

«Салауат Юлаев» «Автомобилист» менән ике иптәштәрсә осрашыуҙы тамашасылар менән үткәрә

«Салауат Юлаев» 2 һәм 3 августа яңыртылған «Өфө-Арена» майҙансығында ике иптәштәрсә уйын үткәрә. Спарринг-партнер булып Екатеринбургтың «Автомобилист» клубы сығыш яһай. Уйындар көндөҙгө сәғәт 1-ҙә һәм 4-тә башлана. Өфө командаһы тамашасы урындарының дөйөм һанынан 10% аренаға индерергә вәғәҙә итте.

Иптәштәрсә осрашыуҙарға билеттарҙы 300 һумдан онлайн һатып алырға мөмкин. Ингән урында көйәрмәндәрҙең температураһын үлсәйҙәр, фирма битлектәре, бирсәткәләр тараталар.
Клуб тамашасыларҙы буфеттарҙың эшләмәйәсәге хаҡында иҫкәртте, шуға күрә уйындар алдынан ашап алырға кәрәк.
Читайте нас