Ҡыҙсыҡ тормош һынауы алдында бирешеп ҡалмай – бик тырыш, маҡсатлы булып үҫә, “дүртле-бишле” билдәләренә генә уҡый. 1-се кластан һаулығын нығытыр өсөн 32-се мәктәптең бассейынында шөғөлләнә башлай. Айзилә тренеры Рәмилә Фәрғәт ҡыҙы Табилова етәкселегендә йөҙөүсе булып китә һәм ошо шөғөлө етди спорт төрөнә әйләнә. Ул Бөтә Рәсәй күләмендәге йөҙөү ярыштарында ҡатнаша башлай.
9 йәшендә 3-сө класта уҡыған сағында Салауат ҡалаһында үткәрелгән сәләмәт балалар араһында йөҙөү буйынса ярышта Айзилә 2-се урын яулай. Артабан уны профессиональ спорт менән шөғөлләнһен өсөн Сода биҫтәһендәге 2-се Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең бассейынына күсереләр. Ошо көндән Айзилә Паралимпия ярыштарында әүҙем ҡатнаша башлай. 11 йәшендә спорт мастерлығына кандидат һынауҙарын лайыҡлы үтәй. Ул Башҡортостандың йыйылма командаһының ағзаһы ла булып тора. Һуңғы һигеҙ йылда Бөтә Рәсәй, Башҡортостан, ҡала күләмендәге физик мөмкинселектәре сикләнгән балалар араһындағы йөҙөү ярыштарында әүҙем ҡатнашып, бихисап миҙалдар, кубоктар, бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары ала. Краснодар, Смоленск ҡалаларында үткәрелгән Рәсәй беренселеге йөҙөү ярыштарында 2-се, 3-сө урындар яулап ҡайта. Айзилә 2020-2021 йылғы һәләтле балалар араһында Башҡортостан Башлығы стипендиаты ла булды!
Көслө рухлы паралимпиясы Айзилә, тормош һынауҙарына бирешмәй, хыялдарын аҡ елкәндәй күтәреп, профессиональ спортта оло ҡаҙаныштарға ирешә. Быға Айзиләгә, әлбиттә, бик яҡшы сифаттары – ныҡышмалылығы, егәрлелеге ярҙам итә. Ошо ҡыҙ баланың фиҙаҡәрлеге балалар, үҫмерҙәр өсөн генә түгел, маҡсатһыҙ йәшәүсе, ваҡыттарын бушҡа әрәм итеүсе ололар алдында ла үҙе бер өлгө булып тора. Бәләкәй “корчагинсы” тиер инем мин Айзиләне. Бәхет теләйбеҙ һиңә, гел изге кешеләр осраһын, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың, хыялдарың тормошҡа ашһын, аҡ юл һиңә, Айзилә!