Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Спорт
24 Декабрь 2020, 11:00

Семен Елистратов Рәсәй чемпионатында алтын миҙал яуланы

Яҡташыбыҙ Семен Елистратов сираттағы тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Спортсы Коломнала уҙған шорт-трек буйынса Рәсәй ярыштарында шәхси зачетта иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Елистратов менән тағы 35 ир-егет ярышты.

Рәсәйҙең конькиҙа уҙышыу буйынса йыйылма командаһының баш тренеры Владимир Григорьев һүҙҙәренсә, Семен Елистратов һәм уның коллегалары Денис Айрапетян, Софья Просвирнова һәм Екатерина Ефременкова илебеҙ намыҫын яҡлау өсөн Европа чемпионатына бара. Ул 2021 йылдың 22-24 ғинуарында Польшала була.
Башинформ.
Читайте нас