Ҡыҙғанысҡа ҡаршы командабыҙ был миҙалдарҙан да ҡолаҡ ҡаҡты, Финляндия йәштәре 4:1 иҫәбе менән еңеү яуланы.
Әйткәндәй беҙҙе 5:0 иҫәбенә еңгән Канада ла чемпион була алманы, финалда АҠШ-ның йәштәре көслөрәк булып сыҡты.
«Ҡыҙыл машина» өсөн Эдмонтон килешмәне шикелле, ә тәүҙә һуң, Евротурҙа Карьяла кубогын яулап алғас өмөттәр ҙур ине, бигерәк тә Салауат Юлаев хоккей командаһы уйынсылары Радион Әмиров, Шакир Мөхәмәҙуллин һәм Данил Башкиров алтын алып ҡайтыр кеүек тойолдо. Йәштәр өсөн был ҙур тәжрибә булып торһа, ғөмүмән ил өсөн хоккей системаһында үҙгәрештәр индерергә кәрәклеге ҙур турнирҙарҙа күренә лә инде.
Элегерәк көйәрмәндәр футбол өлкәһендә ошондай кисереүҙәр үткәрһә, хәҙер илебеҙ өсөн яҡын булған хоккей ҙа ошондай уҡ тойғолар ҡалдыра башланы.