Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Спорт
8 Ғинуар 2021, 18:49

СТӘРЛЕТАМАҠТА «ЯҢЫ ЙЫЛ ҒАИЛӘ УЙЫНДАРЫ – 2021» ЕҢЕҮСЕЛӘРЕ – НЕЧАЕВТАР.

Был ярыштар 3 ғинуарҙа уҡ башланған ине, ул республикабыҙҙың 637 мәктәп биләмәһендә һәм спорт майҙансыҡтарында башланып китте. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә был сарала 17 мең кеше ҡатнаша. Стәрлетамаҡта ла был уйындарҙың финалы үтте, унда үҙҙәренең мәктәптәрендә еңеүсе 19 команда көс һынашты.

Әүҙем тормош алып барыусы ғаиләләрҙе ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов сәләмәләне.
  • Саф һауала бергә уйнап, сараларҙа ҡатнашыусы ғаиләләрҙе күреү шатлыҡлы. Ә һеҙҙән уйын дәрте, еңеү сәме бөркөлөп тора. Барығыҙға ла уңыштар теләйем, - тине ҡала хакимиәте башлығы ярышҡа килеүсе командаларға.
  • Еңеүсе билдәләр өсөн өс этап үтергә кәрәк булды. Ғаиләләр санала шыуып эстафетала йөрөнө, тюбингтарҙа уҙышты һәм быйма кейеп хоккей уйнаны.
    Уйындар тамамланғас барыһын да Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу байрамдар менән ҡотлап үтте. Ә еңеүселәрҙе ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев, спорт һәм физик культура комитеты рәйесе Юрий Селиверстов һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе рәйесе Алексей Серебряков билдәләп үтте һәм бүләкләне.
    Шулай итеп, муниципаль этапта 32-се мәктәптән Нечаевтар ғаиләһе беренсе булды һәм Республика кимәлендә үтәсәк ярыштарҙа ҡала исеменән сығыш яһаясаҡ. Икенсе урын 17-се мәктәптән Абдрахмановтар ғаиләһе, өсөнсө урында 1-се лицейҙан Солдатовтар ғаиләһе.
    Читайте нас