Һайлап алыу турында Пионерҙар һарайынан 100-ҙән ашыу түңәрәккә йөрөүселәр ҡатнашты. Яңы йыл алдынан кесе һәм урта йәш төркөмдәренә ҡараған еңеүселәр билдәле булды.
Кесе йәш төркөмдәренә ҡараусылар араһында Екатерина Чернова беренсе урын, Василиса Федяева - икенсе урын, Эльвина Хөснөтдинова өсөнсө урын яуланы. Малайҙар араһында Артур Нагаев беренсе урынға, Марсель Ниғмәтуллин икенсе урынға, Дамир Афанасьев өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Урта йәштәгеләр араһында ҡыҙҙарҙан Элина Ермакова беренсе урын яуланы. Аҙилә Абдрахманва икенсе урынға, Анастасия Тарасова өсөнсө урынға сыҡты. Егеттәр араһында беренсе урынды Роман Чашин яуланы, Айназ Хәлиуллин икенсе урынға, Айрат Ибраһимов өсөнсө урынға лайыҡ булды. Был тырыш ҡыҙҙар һәм малайҙарға һоҡланырға ғына ҡала.