Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Спорт
25 Ғинуар 2021, 14:06

Стәрлетамаҡ “Тархан”ы Барнаул һәм Силәбе ҡунаҡтарын ҡыйратты

22 ғинуарҙан 24 тиклем “Стәрлетамаҡ-Арена” спорт һарайында Рәсәй Чемпионатының Юғары Лига командалары араһында волейбол буйынса һиҙегенсе тур уйындары үтте. Стәрлетамаҡтың “Тархан” волейбол клубы Барнаулдан ( “Университет”) һәм Силәбенән ( “Динамо”) ҡунаҡтар ҡабул итте.

Беренсе уйын көнөндә Стәрлетамаҡ “Тархан”ы Барнаул командаһын 3:1 ( 25:23, 27:29, 25:22, 25:21) иҫәбенә еңде! Шәмбе көнө Барнаул менән Сибәле үҙ-ара көс һынашты, Барнаул командаһы көслөрәк булып сыҡты. Йәкшәмбе иһә, “Тархан” Силәбенең командаһын да 1:3 (11:25, 18:25, 25:15, 15:25). иҫәбенә еңеп сыҡты.
“Көнсығыш” зонаһы уйындарының 8 команда араһынан Стәрлетамаҡ 4 урынды яулаған. Алда әле тағы ла матчтар көтөлә. 30 ғинуар Стәрлетамаҡта һәм 6 февраль көнө Одинцово ҡалаһында уҙасаҡ уйындарҙа Стәрлетамаҡтың “Тархан” һәм Мәскәү өлкәһенең “Искра” командалары көс һынаясаҡ. “Тархан”ға уңыштар теләйбеҙ!
ГөлкәйҠыуатова.
Читайте нас