Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Спорт
30 Ғинуар 2021, 17:27

ҠАРҘА РЕГБИ УЙНАУ ТУРНИРЫ УҘАСАҠ

31 ғинуар 12:00 сәғәттә Кочетов урамы 2б адресы буйынса урынлашҡан "Надежда" мәктәптән тыш эш үҙәгендә ( элекке "Содовик" яһалма яланы) ҡалала беренсе тапҡыр "Набат" кубогы өсөн ҡарҙа регби уйындары буйынса турнир уҙасаҡ.

Уйынға төрлө ҡалаларҙан( Өфө, Ишембай) командалар киләсәк. Ҡала халҡын Стәрлетамаҡ командаһы уйында ҡатнашырға һәм улар өсөн көйөргә саҡыра.

Теләге булған һәр кемде "әрме" бутҡаһы һәм ҡайнар сәй көтә. Хәрби хәрәкәттәр ветерандарына РФ-ның армия ҡоралдары күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.

Был турнир Ленинградты тулыһынса фашист блокадаһынан азат итеү көнөнә арналған.
Читайте нас