Ул Афғанстан һуғышы ветераны, «Рәсәй Афғанстан ветерандар союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәтселек ойошмаһының Башҡорт төбәк бүлегенең идара рәйесе Сергей Геннадьевич Пахомов иҫтәлегенә бағышланды.
Ярыштарҙы тантаналы асыуҙа ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, физкультура, идара һәм сервис колледжы директоры Миҙхәт Мусакаев, төрлө предприятиеларҙан, йәмәғәтселек ойошмаларынан килгән етәкселәр һәм башҡа юғары кунаҡтар ҡатнашты.
Турнирҙа барлығы 400-ҙән ашыу Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Дүртөйлө спортсылары көс һынашты. Ярыштар һөҙөмтәһе буйынса Стәрлетамаҡтың «Ҡара лотос» клубы (тренеры Артур Ҡаҙаҡбаев) беренсе урын яуланы. Шулай уҡ ҡалабыҙҙың «Ямакаси» клубы (тренеры Тимур Хорошилов) 2-се урын, «Сакура» клубы (тренеры Валерий Голованов) 3-сө урынға лайыҡ булып, көмөш призер булдылар. Ә инде турнирҙың табышы тип «Феникс» клубы (тренеры Алексей Емельянов) тәрбиәсеһе, спортсы Эмилия Кәримованы таптылар.