Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Спорт
23 Март 2021, 09:55

Башҡортостан спортсыһы донъя беренселегендә бронза миҙал яуланы

Өфөнөң тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Снежана Прайс фристайл буйынса донъя беренселегендә бронза миҙалға лайыҡ булды. Спортсы фристайлдың иң йәш дисциплинаһы «биг-эйр»ҙы үҙенә буйһондорҙо.

Әйткәндәй, Красноярскиҙа уҙған халыҡ-ара ярыштарҙа Снежана «слоу-стайл» дисциплинаһында дүртенсе урын яуланы. Ошо донъя беренселеге йәш спортсының карьераһында тәүге халыҡ-ара старт булды.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас