Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Спорт
1 Апрель 2021, 10:20

Емелинда наркотик эҙемтәләрен тапҡандар

Омскиҙың "Авангард" капитаны Алексей Емелиндың организмында наркотик эҙҙәре табылған. Татарстан буйынса Эске эштәр министрлығының РИА Яңылыҡтар вәкиле ошо турала хәбәр итә."Анализдарҙа наркотик матдәләрҙең эҙе табылыуы тураһында медицина экспертизаһы һөҙөмтәләре килде. Әле факт буйынса тикшереү уҙғарыла", - тип белдерҙе агентлыҡ әңгәмәләше.

Клубта был мәғлүмәтте раҫлай алмауҙары тураһында белдергәндәр.
РИА яңылыҡтар сығанағы Емелинды шәмбе көндө КХЛ плей-офф матчында Ҡазандың "Ак Барс"ы форварды Артем Лукоянов менән бәрелешкәндә кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө йәрәхәтләнеү арҡаһында дауаханаға һалғандар тип хәбәр итә.
Татарстан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкиле белдреүенсә, спортсы ауыр хәлдә дауаханаға эләккән.
Киң мәғлүмт саралары мәғлүмәттәренә ҡарағанда, табиптар әйтеүенсә, спортсының бауыры ағыуланыу арҡаһында токсик шок булған, һәм уға операция ярҙамында был ағзаны алмаштырасаҡтар. Клубта, командалағы хәлде дестабилизациялауға йүнәлтелгән провокация тип атап, был имеш-мимештәрҙе кире ҡаҡҡандар.
"Авангард" сайты ғаризаһында хоккейсыны Мәскәүгә күсергәндәр, уның хәле тотороҡло тип яҙалар. Емелин команда менән бәйләнеште өҙмәй һәм КХЛ Көнсығыш кәңәшмәһенең финал серияһында алдағы матчта клубташтарына уңыштар теләй. Шулай уҡ, клуб Склифосовский исемендәге ғилми тикшеренеү институты табиптарынан рәсми һығымта көтә.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас