“Салауат Юлаев” “Минең яратҡан команда” туры менән Башҡортостан буйлап сәфәргә сыҡты. Өфөлә үткән уйындар һәм телевизор аша таныш булған йондоҙҙар Стәрлетамаҡҡа ла килде. Юлаевсылар көйәрмәндәр менән осрашты, ҡаланың йәш хоккейсыларына оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Фотоға төшөп ҡалырға, яратҡан уйынсыһынан автограф алырға, бүләктәр оторға тигән хыял менән “Стәрлетамаҡ-Арена” алдына күптәр алдан уҡ килеп баҫҡан. Йәшел формалағы фанаттар ҡалабыҙҙан ғына түгел, эргәләге ҡала һәм райондар, сит төбәктәрҙән, хатта команданы ҡурсалап йөрөткән кеүек, Өфөнән дә эйәреп килгәндәр ине. Иң тәүҙә көйәрмәндәр күҙенә хоккейсылар ултырып килгән автобус пәйҙә булды, ул килеп туҡтағас, көйәрмәндәрҙең үткерерәктәре шунда уҡ йондоҙҙарҙы “тотоп”, автограф алып, фотоға төшөп өлгөрҙө. Ҡалғандарҙың да клуб символикаһы төшөрөлгән автобус эргәһендә фотоға төшөүе күңелле булды. Байрам кәйефе артабан хоккейсылар менән бергә “Стәрлетамаҡ-Арена” эсенә инеп китте. Унда көйәрмәндәрҙе хоккей командаһының талисмандары «Юлай» менән «Салауат» ҡаршы алды. Йәнһүрәттәге кеүек ҡыланған шаян һәм отҡор һыуһарҙар бөтәһен дә дәртләндереп, фотоға төшөп йөрөнө. Автографтар ҡуйыу өсөн өҫтәл артына килеп ултырған хоккейсыларҙы күргәс, көйәрмәндәр уларға табан ағылды тиһәң дә була. Ысынлап та, көйәрмәндәр өсөн үҙ йондоҙо менән осрашыу ҙур ваҡиға. Улар араһында Олимпиада, Донъя чемпионаты еңеүселәре, Океан аръяғында уйнап ҡайтҡандары бар бит!
Көйәрмәндәр өсөн ҡул тамғаһы сикһеҙ шатлыҡ булһа, йәш хоккейсыларға кумирҙарынан оҫталыҡ дәресе алыу – ҙур мәртәбә. Тап ошо маҡсат менән команданың бер өлөшө боҙға сыҡты. “Орлан” хоккей командаһының йәш уйынсыларына оҫталыҡ дәресен ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә “Салауат Юлаев” командаһының һаҡсыһы Алексей Семенов алды. Ул буласаҡ йондоҙҙарға үҙенең әҙерлек күнекмәләре серҙәре менән бүлеште, уйын алымдарына өйрәтте. Бындай күнекмәләргә балалар иһә шат ҡына булды, бар ҡуйылған талаптарҙы намыҫ менән башҡарҙы. Бындай уҡытыусынан алынған һабаҡ ҙур хоккейға юл ярырға ярҙам итергә тейеш!
Хоккейсылар иһә республика буйлап сәйәхәтте дауам итәсәк, улар хоккей мәктәптәре булған бар ҡала һәм райондарҙы урап үтмәксе. Ә беҙ уларҙы оҙатып, икенсе йылға ла беҙгә ҡунаҡҡа, тик... Гагарин Кубогын да күтәреп, килеүҙәрен көтәбеҙ.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Автор фотоһы.