Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Спорт
5 Апрель 2021, 06:57

Биатлонсыларыбыҙ Рәсәй чемпионатында эстафетала еңде

Башҡортостан спортсылары Ханты-Мансийск ҡалаһында уҙған биатлон буйынса Рәсәй чемпионатында эстафетала еңеү яуланы. Команда ир-егеттәр эстафетаһында алтын миҙал алды.

Александр Бабчин, Антон Бабиков, Алексей Петров һәм Эдуард Латипов еңеүсе исеменә лайыҡ булды: улар был араны 1 сәғәт 20 минут 37,6 секунд эсендә үтте.
Икенсе урында – Ханты-Манси автономиялы округының йыйылма командаһы: улар еңеүселәрҙән 29,8 секундҡа ғына ҡалышты. Өсөнсөлә – Мәскәү командаһы (+58,4 секунд).
Рәсәй чемпионаты һәм биатлон миҙгеле ошо эстафета ярышы менән тамамланды.
Башинформ.
Читайте нас